Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮРӘНҮЛӘН

Просмотров: 813

КҮРӘНҮЛӘН (Rhynchospora), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда аҡ К. үҫә. Күп йыллыҡ кәүшәк ҡыуаҡлы үлән. Һабаҡтары төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары таҫма, улаҡлы. Башаҡтары һабаҡ осонда йәки өҫкө япраҡ ҡуйындарында оҙон сәскә һаптарында усламлап урынлашҡан. Башаҡтарҙың ҡаплаусы тәңкәләре беҙ һымаҡ осланған түбәле. Сәскә эргәлеге төксәләре 7—13. Аҫҡы һәм өҫкө башаҡтары һеркәсле, уртансыһы — 2—3 ике енесле сәскә менән. Июнь‑июлдә сәскә ата. Емеше — ике яғы ҡабарынҡы сәтләүек, июль‑августа өлгөрә. Сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Баймаҡ, Балтас, Белорет, Нуриман, Учалы райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные статьи: