Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

Просмотров: 986

ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ, амфибиялар (Amphibia), умыртҡалылар класы. Е.‑һ.х. онтогенезында һыу ҡарышлауығы стадияһы һаҡланған; һыу мөхите м‑н бәйләнеш күпселек төрҙәрҙең өлкән заттарына хас. Ярым кластарға бүләләр: ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандарының хәҙ. отрядын үҙ эсенә алған дуға умыртҡалылар, аяҡһыҙ һәм ҡойроҡло ер-һыу хайуандарының хәҙ. отрядын үҙ эсенә алған көпшә умыртҡалылар; батрахозаврҙар (юҡҡа сыҡҡан). Яҡынса 4500 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 отряды (ҡойроҡһоҙ һәм ҡойроҡло Е.‑һ.х.), 10 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 4—12 см. Ҡойроҡһоҙ Е.‑һ.х. кәүҙәһе ҡыҫҡа, ялпаҡ, башы ҙур, яҫы, ҡойроғо ҡыҫҡа, артҡы аяғы оҙон, ҡойроҡло Е.‑һ.х. кәүҙәһе оҙонса, ян-яҡтан ҡыҫылған, башы бәләкәй, ялпаҡ, ҡойроғо оҙон, аяғы ҡыҫҡа. Күҙҙәре ҡабарынҡы, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән; ҡайһы бер төрҙәре (ер өҫтөндә йәшәүселәр) төҫтәрҙе айыра. Ауыҙы ҙур, теле хәрәкәтсән, йәбешкәк, был ваҡ табышты эләктерергә ярҙам итә. Теше ваҡ, конус рәүешендә, яңаҡ, төрән, ҡайһы берҙә аңҡау һөйәктәрендә урынлашҡан; табышты эләктереү һәм тотоп тороу өсөн хеҙмәт итә. Умыртҡаһы 4 бүлектән тора: муйын (1 умыртҡа), кәүҙә, һигеҙгүҙ (1) һәм ҡойроҡ. Ҡойроҡһоҙ Е.‑һ.х. — ҡойроҡ бүлеге (бер нисә ҡушылып үҫкән умыртҡанан барлыҡҡа килгән һөйәк) уростилдән, башҡаларҙыҡы бер нисә умыртҡанан тора. Е.‑һ.х. һөлдәһендә кмерсәкле туҡыма күп; баш һөйәге умыртҡа м‑н ике соңҡа байырсаһы ярҙамында хәрәкәтсән ялғанған. Күкрәк ситлеге юҡ. Алғы аяғы ғәҙәттә дүрт бармаҡлы, артҡыһы — биш бармаҡлы. Аш һеңдереү юлы ҡыҫҡа, йотҡанда ашты этеп индереп ебәреүгә күҙ алмаларының хәрәкәте ярҙам итә. Күпселек өлкәнәйгән Е.‑һ.х. үпкәһе бар. Үпкә аша тын алыу ҡайһы берҙә күберәк (үпкәһеҙ саламандра) тире аша тын алыу м‑н бара. Балағортта ҡан әйләнеше — 1 (балыҡтарҙыҡы һымаҡ), өлкәндәрҙә 2 ҡулсалы. Өлкән Е.‑һ.х. йөрәге өс камералы: 2 йөрәк алды һәм ҡарынсанан тора. Бүлеп сығарыу ағзалары — парлы кәүҙә бөйөрө, бәүел ҡыуығы бар; аҡһым алмашыныуының төп продукты — мочевина. Баш мейеһе яҡшы үҫешкән, алғы мейе ярымшарҙары тулыһынса бүленгән; кесе мейе насар үҫешкән. Тәм һәм еҫ һиҙеү, тойоу, ишетеү (эске һәм урта ҡолағы була), күреү (күҙ аккомодацияһы күҙ яҫмығының күсеүе аша башҡарыла) ағзалары бар; бөтә Е.‑һ.х. ҡарышлауыҡтарына хас ян һыҙаты өлкәнәйгәс һыу формаларында ғына һаҡлана. Аталаныу тышҡы, ҡайһы бер төрҙәрҙә (башлыса ҡойроҡло һәм аяҡһыҙҙарҙа) — эске. Е.‑һ.х. — парлы енес биҙҙәре булған айырым енесле хайуандар. Үҫеше башлыса метаморфоза м‑н бара, ҡарышлауығы оло заттарҙан ныҡ ҡына айырыла. Е.‑һ.х. — һалҡын ҡанлы хайуан, тән т‑раһы тирә-яҡ мөхит т‑раһына бәйле. Уңайһыҙ шарттар тыуғанда йоҡоға тала. Өлкән заттар — хайуандар, балағорто һыуҙағы ваҡ умыртҡаһыҙҙар һәм ылымыҡ м‑н туҡлана. Е.‑һ.х. һыуҙа, һыу буйында һәм ер өҫтөндә йәшәй. Тәлмәрйендәр һәм әрмәнделәр респ. бөтә терр‑яһында таралған, тритондар һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында (тараҡлы тритон ш. уҡ Башҡортостандың Урал аръяғында) осрай. Е.‑һ.х. — экосистемаларҙың мөһим компоненты, күп умыртҡаһыҙҙарҙың һанын көйләй, башҡа хайуандар өсөн аҙыҡ булып тора, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә. Е.‑һ.х. — йәнлекселектә лаборатор хайуандар сифатында, мал аҙығы булараҡ, тәлмәрйендәрҙең ҡайһы бер төрҙәре аҙыҡ итеп ҡулланыла. Е.‑һ.х. ҡоштар һәм имеҙеүселәр гельминттарының аралыҡ хужалары, туляремия тыуҙырыусыларҙы йоҡтороусы булып иҫәпләнә. Йылға тәлмәрйене, үлән тәлмәрйене, тараҡлы тритон БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019