Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛАНДАР

Просмотров: 1304

ЙЫЛАНДАР (Serpentes, йәки Ophidia), һөйрәлеүселәр отряды. Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш Й.) һәм ҡара Й. (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар. Кәүҙәһе тар, һуҙылған, оҙонлоғо 45‑тән алып (дала ҡара Й.) 120 см тиклем (һыу туҙбаш Й.), мөгөҙ ҡалҡансыҡтар һәм ҡау м‑н ҡапланған. Й., тиреһенең тышҡы мөгөҙ ҡатламын (ҡабығын) тулыһынса ташлап, йылына бер нисә тапҡыр ҡау һала. Төҫө төрлө, күпселек осраҡта тирә‑яҡ мөхит төҫөнә ярашлы. Умыртҡаһы кәүҙә һәм ҡойроҡ бүлектәренән тора, күкрәк һөйәге юҡ; кәүҙә умыртҡаларының ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтары м‑н тоташҡан оҙон хәрәкәтсән ҡабырғалары бар. Аяғы юҡ, ҡабырғаларының бөгөлөшөн үҙгәртеү, ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтарын күсереү һәм кәүҙәһен ян‑яҡҡа тулҡын рәүешле бөгөү ярҙамында хәрәкәт итә. Тышҡы ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы юҡ, урта ҡолағы ябай төҙөлөшлө, насар ишетә. Күҙе ҡушылып үҫкән күҙ ҡабаҡтары хасил иткән үтә күренмәле йоҡа тышса м‑н ҡапланған. Көндөҙгө Й. күҙ ҡараһы түңәрәк; эңер һәм төнгөләрҙеке — вертикаль. Теше нәҙек, осло, артҡа бөгөлгән; ағыуһыҙ Й. табышты эләктереү һәм ысҡындырмаҫ өсөн хеҙмәт итә. Ағыулы төрҙәрҙең ағыулы тештәре өҫкө яңаҡта урынлашҡан. Теле оҙон, осо ике йәпле; Якобсон ағзаһы бар. Баш һөйәгенең бит өлөшө һөйәктәре үҙ‑ара эре табышты йотҡанда ауыҙ ҡыуышлығының ныҡ һуҙылыуын тәьмин иткән һығылмалы ярылар м‑н тоташҡан. Эске ағзалары асимметриялы. Үпкәһе ғәҙәттә берәү. Бауыры оҙон көрәк формаһында. Бөйөрҙәре, орлоҡлоҡ һәм йомортҡалыҡтары оҙонса. Бәүел ҡыуығы юҡ. Ата Й. копулятив ағзаһы (парлы муҡсалар рәүешендә) ҡойроҡ төбөндә аналь тишек артында тире аҫтында урынлашҡан. Йомортҡа‑тере бала тыуҙырыусы Й. (баҡыр Й., ябай ҡара Й.) авг.—сент. 6—12 бала тыуҙыра; йомортҡа һалыусы Й. июнь—июлдә япраҡ һәм тиреҫ өйөмдәренә, дымлы мүккә йомортҡа һала (5—30 дана, инкубация осоро 35—36 көн). Йәнле аҙыҡтар (ваҡ кимереүсе, ҡош, кеҫәртке, тәлмәрйен, әрмәнде, балыҡ, бөжәк, үрмәксе һымаҡтар, селәүсен һ.б.) м‑н туҡлана; табышты тере көйөнсә (туҙбаш Й.) йәки алдан ағыу м‑н үлтереп (ҡара Й.) йота. Башҡортостанда туҙбаш Й. һыу ятҡылыҡтары янында, дымлы һыубаҫар болондарҙа; башҡа Й. урмандарҙа, болондарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (таш Й. һәм дала ҡара Й.) ш. уҡ далала йәшәй. Ябай ҡара Й., баҡыр Й., ябай туҙбаш Й. бөтә БР‑ҙа таралған, Й. башҡа төрҙәре көньяҡ райондарҙа осрай. Й., кимереүселәрҙең һәм бөжәктәрҙең һанын көйләп, экосистемаларҙа мөһим роль уйнай. Й. ағыуы медицинала ҡулланыла. Дала ҡара Й., баҡыр Й., һыу туҙбаш Й., таш Й. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019