Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТАЛА ҠАҘ

Просмотров: 1040

ЭТАЛА ҠАҘ (Rufibrenta ruficollis), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Гыдан, Таймыр, Ямал ярымутрауҙарының тундраларында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 53—56 см, ауырлығы 1 1,7 кг, ҡанат йәйеме 116—135 см. Ҡауырһыны сағыу төҫтә: маңлайы, башының һәм муйынының өҫкө яғы, арҡаһы, ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, башының ян‑яғында киң аҡ ҡайма менән уратып алынған ерән тап бар. Боғағы һәм кәүҙәһенең ян‑яғы ерән, ҡара ҡорһағынан аҡ һыҙыҡ менән айырылған. Ҡорһағының артҡы өлөшө аҡ төҫтә. Суҡышы һәм муйыны ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡара. Енси диморфизм аҙ беленә: ата ҡоштар инәләренән бер аҙ ҙурыраҡ. Моногам. Ояһын йылға үҙәндәренең текә битләүҙәрендә, йылға һәм йырын ярҙарында ҡыяҡлыларҙың һ.б. үҫемлектәрҙең ҡоро һабаҡтарынан ҡора, мамыҡ түшәй. Ояла йәшкелт төҫмөрлө 3—9, йышыраҡ 5—7 аҡһыл һары йомортҡа була. Инә ҡош яҡынса 3,5 аҙна баҫа, ата ҡош яҡын‑тирәлә йөрөй. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Күрән, ҡыяҡлылар, мамыҡбаш күрән, үлән тамырсалары һәм тамырһабаҡтары менән туҡлана. Ҡыуаҡлыҡтар үҫкән йылға һәм бәләкәй күл ярҙарында йәшәй. БР‑ҙа осоп барышлай Башҡортостандың Урал алдында (Ағиҙел й. түбәнге ағымында, Асылыкүлдә, Ҡандракүлдә) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Рәсәй эндемигы. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022
Связанные статьи: