Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ

Просмотров: 812

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ, (Pieris brassicae), күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро ҡара таплы (ата күбәләктең аҫ яҡтан ғына). Йомортҡалары һары, ҡырлы, кегля формаһында, әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япрағына һала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 4—4,5 см, һорғолт йәшел, һары һыҙатлы һәм ҡара таплы, йәш ҡарышлауыҡтар — япраҡтың аҫ яғында, өлкәндәре өҫ яғында урынлаша. Ағаста, ҡыуаҡта, кәртәлә, йорт стенаһында көпһөҙ ҡурсаҡлана. Ҡурсағының оҙонлоғо 2,3—2,5 см, йәшкелт һары, арҡаһы һәм ян‑яғы ҡара таплы. БР шарттарында йылына 3 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләк яҙ көнө сыға, көндөҙ әүҙем; сәскәле үҫемлектәрҙең нектары, ҡарышлауығы әүернә һымаҡтарҙың япрағы м‑н туҡлана. Бөтә респ. осрай. Йәшелсә культуралары ҡоротҡосо.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019