Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРП ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 897

КАРП ҺЫМАҠТАР (Cypriniformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 27 ғаиләһе, 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа ла таралған. БР‑ҙа карптар (ажау, аҡбалыҡ, йылға гольяны, күкен, ҡарабалыҡ, опто, чехонь, шаршы күкене һ.б.) һәм һаҡалсандар (еҙмыйыҡ, себер ҡомтөрткөһө, һаҡалсан, ябай ҡомтөрткө) ғаиләләренә ҡараған 27 төрө бар. Аҡ амур һәм толстолобиктар — үрсетеү объекттары. Тәне (оҙонлоғо 6—170 см) яланғас йәки циклоидаль тәңкә м‑н ҡапланған, ҡайһы берҙә — ваҡ һөйәк сәнскеләр һәм пластинкалар м‑н. Башҡа отрядтарҙан Вебер аппараты булыуы м‑н айырыла, ҡорһаҡ йөҙгөсө ғәҙәттә күкрәк йөҙгөсөнөң артында урынлашҡан, йөҙөү ҡыуығы эсәктәр м‑н тоташҡан. Ауыҙы йыш ҡына шыуҙырмалы, күп төрҙәрҙә мыйыҡлы, тештәре юҡ. Сөсө һыу балыҡтары, һирәгерәк үткенсе балыҡтар. Ваҡ умыртҡаһыҙҙар м‑н, ҡайһы бер төрҙәре (аҡ толстолобик, борош, ҡыҙылғанат) башлыса үҫемлек аҙығы м‑н туҡлана, йыртҡыстар (ағасаҡ, ажау) бар. Яҙын-йәйен ташлы, ҡырсынташлы грунтта (ағасаҡ, ажау, бөгәрсә һ.б.), ҡомло субстратта (гольян, еҙмыйыҡ, ташбаш һ.б.), ҡорбан, сабаҡ, табан балыҡ, һаҙан үҫемлектәргә ыуылдырыҡ сәсә. Күпселек карптар ыуылдырығын — бер юлы, ваҡ К.һ. (аҡ сабаҡ, ташбаш) өлөшләп һала. Карптар — респ. балыҡ кәсебенең мөһим объекты. “Башкиррыбхоз”, Бөрө тәжрибә-етештереү хужалығы, “Ҡарман” (Краснокама р‑ны) һ.б. быуа балыҡсылығы хужалыҡтарында йылына 1000 т тиклем аҡ амур, карп һәм толстолобик үҫтерәләр. Шаршы күкене БР һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Аквариум балыҡтары, Балыҡтар, Быуа балыҡсылығы.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019