ЭСӘКҠЫУЫШЛЫЛАР
ЭСӘКҠЫУЫШЛЫЛАР, с а ҡ ҡ ы с т а р (Coelenterata), умыртҡаһыҙҙар тибы. 3 класы, яҡынса 9 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа гидроид һымаҡтар класына ҡараған 2 төр асыҡлана. Күп күҙәнәкле, яңғыҙ йәки колониаль, күбеһенсә диңгеҙ хайуандары. Кәүҙәһе бер нисә мм алып 30 м тиклем, күҙәнәктәрҙең тышҡы (эктодерма) һәм эске (энтодерма) ҡаттарынан барлыҡҡа килә, улар араһында структураһыҙ матдә (мезоглея) урынлашҡан. Э. радиаль кәүҙә симметрияһы, махсус саҡҡыс күҙәнәктәр (һаҡланыу һәм һөжүм итеү сараһы) барлығы, ултырма тоҡҡа (полип) һәм йөҙмә дискыға йәки ҡыңғырауға (медуза) оҡшаш формаларҙың сиратлашыуы (ҡайһы берҙә формаларҙың береһе юғала), юғары регенерация һәләте хас. Нервы системаһы ҡатнаш типта була, медузаларҙың сатыры ситендә 2 нервы ҡулсаһы урынлашҡан, күреү һәм тигеҙлекте һаҡлау ағзалары бар. Енесле һәм енесһеҙ (бүленеү) үрсей. Тамамланмаған бүленеү ҙур колониялар (мәрйен полиптары) барлыҡҡа килтерә. Айырым енесле йәки гермафродиттар. Йомортҡанан ирекле йөҙөүсе ҡарышлауыҡ — планула формалаша, ҡайһы бер төрҙәрҙең үҫеше инә организмда бара, йәш заттар ауыҙ аша сығарыла. Э. — йыртҡыстар, ваҡ һыу хайуандары м‑н туҡлана. Һыу таҙалығының индикаторҙары булып тора. БР‑ҙа ябай гидра таралған, һирәкләп йәшел гидра осрай. Һыу ятҡылыҡтарында, һыу үҫемлектәренең һабаҡтарында һәм япраҡтарында йәшәй.
Р.Ф.Биккенин
Тәрж. Г.А.Миһранова