НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич
730
НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич (1899 й. нояб., Һамар губ. Оло Раковка а. — 1986 й. ғин., Куйбышев ҡ.). Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Кубань а.х. ин‑тын (Краснодар ҡ., 1932) тамамлаған. 1934 й. алып Саҡмағош р‑нының Имәнлеҡул МТС‑ында, 1935— 57 йй. Дәүләкән МТС‑ында өлкән агроном. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: ужым арышының уңдырышлылығы 21,5 ц/га тәшкил иткән (1947). СССР ЮС‑ының 4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1948), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: К а л я к и н Г. Давлекановский костровик //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ғ.Р.Бердина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: