Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НИВА”, АХПК

Просмотров: 663

“НИВА”, АХПК. Миәкә р-нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы – Кожай-Семёновка ауылы. Составында 2 үҫемлекселек бригадаһы, йәш һыйыр малын һимертеү фермаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы, умарталыҡ һ.б. бар. 2013 й. 83 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны – 5229 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 3229. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары – 24,0, кукуруз (йәшел масса) – 185, көнбағыш (орлоҡ) – 20,0; етештерелгән (т): иген – 2771,2. Һыйыр малы һаны — 1029 (215 һыйыр), йылҡы – 39; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым – 5259 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы – 536 г; етештерелгән (т): һөт – 1130,8, ит – 87,1. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1935 й. “Калиновка” к-зы базаһында “Комсомолец” к-зы булараҡ ойошторола, 1998 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Г.Р.Бердина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019