Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы

Просмотров: 1133

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы (10.5.1936, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Ҡаранай а. — 26.6. 2011, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), агроном. А.х. ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин р‑нының 20‑се партсъезд ис. к‑зында баш агроном; 1963—1964 йй. Өфө колхоз‑совхоз производство идаралығында. 1967—2011 йй. БДАУ‑ҙа (1978—94 йй. үҫемлектәр селекцияһы һәм физиологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡтың уңдырышлылығының биол. әүҙемлеген һәм яңырыуын өйрәнеүгә арналған. Н. тарафынан микроэлементтар м‑н бергә ҡулланғанда азотобактерҙың һәм бүлбе бактерияларының эффектлылығын күтәреү алымдары уйлап табыла, ҡуҙаҡлы культураларҙы үҫтергәндә бактериаль ашлама — ризоторфинды, орлоҡтарҙың сәсеү сифатын күтәреү өсөн биологик препарат — метаболитты ҡулланыу б‑са күрһәтмәләр эшләнә. 130 фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Микрофлора и биологическая активность почв Башкортостана. Уфа, 1999 (авторҙ.); Биологические пути повышения эффективного плодородия почв. Уфа, 2001; Микробные биотехнологии в агропромышленном производстве. Уфа, 2007.  

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019