ҺЫРҒАНАҠ
ҺЫРҒАНАҠ (Нippophaё), ноҡот һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда эт муйылы һымаҡ Һ. үҫтерелә. Ике өйлө, сәнскеле, ныҡ тарбаҡлы ҡыуаҡ йәки ағас, бейеклеге 3,5 м тиклем, ҡараһыу һоро ҡабыҡлы. Япрағы һаплы, сиратлы, бөтөн, ланцет формаһында, ситтәре уралған, өҫ яҡтан һорғолт йәшел, аҫтан көмөш төҫлө. Инә үҫемлектәрҙең генератив бөрөләрендә 2 ҡап тәңкә бар, ата үҫемлектәрҙеке эрерәк, 6—8 тәңкәле. Сәскәһе күркһеҙ, каса һымаҡ сәскә эргәлеге бар, ата сәскәләре 10—14‑әрләп башаҡтарға йыйылған, инәләре 3—12‑шәрләп тәлгәштәрҙә урынлашҡан. Япраҡ ярғанға тиклем, апр. — май башында сәскә ата. Емеше — һары йәки ҡуйы һары‑ҡыҙыл төшлө емеш, ауырлығы 0,6—1,5 г, авг. аҙ. — сент. башында өлгөрә; составына 12%‑ҡа тиклем шәкәр, 1,13% органик к‑та, 0,3% пектин, 8,8%‑ҡа тиклем майлылығы юғары булған май; С, Р витаминдары, 3— 20 мг% каротин, бор, тимер, марганец һ.б. инә. Тиҙ емеш биреүсе (ултыртҡандан һуң 2—4‑се йылына емеш бирә башлай), яҡтылыҡ һәм дым яратыусы, ҡоролоҡҡа һәм һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Үрмә һабаҡтар, йәшел һәм ағасланған һабаҡсалар м‑н үрсетелә. Рәттә 2 м һәм рәт араһында 3—4 м алыҫлыҡта ултыртыла, ш. уҡ ваҡытта 2 рәт инә үҫемлек һәр 5‑се үҫемлек ата булған рәт м‑н сиратлаштырыла. Емеше яңы йыйылған килеш һәм эшкәртелеп аҙыҡҡа файҙаланыла, медицинала ҡулланыла. Уңдырышлылығы — 87,5 ц/га (Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге, 1995—2000). Һ. интродукцияланған сорттарын һынау һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр 1980 й. алып Кушнаренко селекция үҙәгендә үткәрелә (Т.Ғ.Дёмина, В.С. Краснопёрова, Р.Ә.Шафиҡов һ.б.). Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа Обильная, Трофимовская, Чуйская һ.б. сорттары индерелгән.
Әҙәб.: Садоводство в Башкортостане /М.Г.Абдеева [и др.]. Уфа, 2000.
Т.Ғ.Дёмина, С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова