Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1334

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ, йәшелсә алыу өсөн үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле. Й.к. япраҡлыларға (кәбеҫтә, салат, укроп, шпинат, япраҡлы петрушка һ.б.), емешлеләргә (баклажан, борос, борсаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ, томат, фасоль һ.б.), һуғанбашлыларға (һарымһаҡ, һуған), тамыраҙыҡтарға (аш сөгөлдөрө, кишер, пастернак, петрушка, редис, сельдерей, торма, шалҡан һ.б.) бүленә. Й.к. ш. уҡ бәшмәктәр, иртә өлгөргән картуф һәм шәкәрле кукуруз инә. Й.к. күбеһе астра һымаҡтар (артишок, салат, эстрагон), ҡарабойҙай һымаҡтар (иреүән, ҡуҙғалаҡ), ҡыяҡлылар (шәкәрле кукуруз), әүернә һымаҡтар (кәбеҫтә, редис, шалҡан һ.б.), алабута һымаҡтар (аш сөгөлдөрө, шпинат һ.б.), һуған һымаҡтар (башлы һуған, һарымһаҡ), ҡуҙаҡлылар (борсаҡ, ҡара борсаҡ, фасоль), эт ҡарағаты һымаҡтар (баклажан, борос, томат һ.б.), сатыр һымаҡтар (кишер, петрушка, сельдерей һ.б.), ҡабаҡ һымаҡтар (ҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ һ.б.) ғаиләһенә ҡарай. Үҫеү ваҡытына ҡарап Й.к. бер йыллыҡтарға — баклажан, борсаҡ, ҡарбуз һ.б.; ике йыллыҡтарға — кәбеҫтә (сәскәле һәм пекин кәбеҫтәһенән башҡа), татлы һуған, тамыраҙыҡтар (редистан башҡа) һ.б.; күп йыллыҡтарға — иреүән, керән, ҡуҙғалаҡ һ.б. — бүленә. Барлыҡ күп йыллыҡ Й.к. ҡышлыҡлы; бер йыллыҡ япраҡлылар, борсаҡ, кәбеҫтә, ҡара борсаҡ, тамыраҙыҡтар — һыуыҡҡа, баклажан, ҡарбуз, ҡауын эҫегә сыҙамлы; борос, кукуруз, ҡыяр, ташҡабаҡ, томат — йылы яратыусы Й.к. Йәшелсәләр — төп витаминдар сығанағы, уларҙың составында аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар бар. Керән, петрушка, торма, укроп, һарымһаҡ, һуған составында фитонцидтар бар. Башҡортостанда Й.к. башлыса Октябрьский, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. яны хужалыҡтарында үҫтерәләр. Респ. Й.к. сәсеү майҙаны яҡынса 16 мең га тәшкил итә (2010). Шулай уҡ ҡара: Йәшелсәселек.

 

Әҙәб.: Мансурова Л.И., Латыпова Л.Х. Выращивание овощных культур в Башкирии. Уфа, 1976. Мансурова Л.И. Лук репчатый в Башкирии. Уфа, 1988; шул уҡ. Овощи: Ранний урожай. М., 2006.

Л.И.Мансурова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: