ОЖЕГОВА Анастасия Васильевна
ОЖЕГОВА Анастасия Васильевна (11.11.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озёрный а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Озеро а., — 18.12.1999, ш. уҡ р‑ндың Мәсәғүт а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1940 й. алып Мәсәғүт МТС‑ында тракторсы, 1953 й. — тракторҙар бригадаһының бригадир ярҙамсыһы, 1958—78 йй. Дыуан р‑нының “Рәсәй” к‑зында тракторсы булып эшләй. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: 1970 й. һөрөнтө ер эшләнеше 469 га тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. О. исеме м‑н Мәсәғүт а. кинотеатр һәм урам аталған; кинотеатр бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: П л а т о н о в М. Настя‑трактористка //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина