Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫ БИЛСӘН

Просмотров: 1140

ҺАРЫ БИЛСӘН (Sonchus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Һөт һымаҡ һуты булған бер (баҡса Һ.б., ҡытыршы Һ.б.), күп (һаҙ Һ.б., ялан Һ.б., йәки Һ.б.) йыллыҡ үлән. Һабағы 60—200 см тиклем бейеклектә, төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, өҫкө өлөшөндә ғәҙәттә ябай йәки биҙле төктәр м‑н ҡапланған. Япрағы ҡыяҡ, бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ теленгән, йышыраҡ сәнскеле тешле, һабаҡты уратып алған, аҫҡыһы ғәҙәттә ҡанатлы япраҡ һабына тиклем тарайған. Кәрзин урамаһының япраҡсаһы оҙонса, 2—3 рәт буйлап урынлашҡан. Һары төҫтәге күп рәтле тел япраҡлы сәскәһе булған кәрзин ҡалҡансыҡ йәки ҡалҡансыҡ‑һепертке сәскәлегенә йыйылған. Июнь— сент. сәскә ата. Емеше — ябай аҡ төктәрҙән торған өлпөлө орлоҡса, июль—окт. өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫкән һаҙ Һ.б. күбе­һенсә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған, башҡа төрҙәре — киң таралған ҡый үләндәре. Составына кумариндар, терпеноидтар, флавоноидтар инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла; ялан Һ.б., ҡытыршы Һ.б. — баллы үҫемлектәр. Ялан Һ.б. — бөтә а.х. культураларының (башлыса яҙғы иген һәм аралыҡлы культураларҙың) сәсеүлектәрен баҫып алған үренте тамырлы ҡый үләне. Вегетатив юл (тамыр ҡырҡындылары м‑н) һәм орлоҡ (бер үҫемлектә 3‑тән алып 20 меңгә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә, улар тупраҡта 5 йылға тиклем йәшәй ала) м‑н үрсей. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. А.х. культураларының сәсеүлектәрен баҡса Һ.б. һирәгерәк ҡыйлай. Көрәш саралары: сәсеү әйләнештәрен һаҡлау, ярлыланыу ысулын файҙаланыу — алдан 2 тапҡыр йомшартып һәм культивация үткәреп (1‑сеһе — урып‑йыйыуҙан һуң, 2‑сеһе — ҡый үләндәре шытып сыҡ­ҡандан һуң) иртә тәрән һөрөү, пар баҫыуҙарын һәм аралыҡлы культураларҙың рәт араларын ваҡытында эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Фисюнов А.В. Сорные растения. М., 1984; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: