ЛЕНИН Владимир Ильич
ЛЕНИН (Ульянов) Владимир Ильич (22.4.1870, Сембер ҡ. — 21.1.1924, Мәскәү губ. Горки ҡсб), революция хәрәкәте эшмәкәре, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының хоҡуҡ ф‑тын тамамлаған (1891). Петербургта “Эшселәр синыфын азат итеү өсөн көрәш союзын” төҙөүҙә ҡатнаша. 1895 й. дек. ҡулға алына, 1897 й. мартынан һөргөндә була. 1900 й. Л. ике тапҡыр (февр. һәм июндә) Өфөгә килә, бында һөргөндәге соц.‑демократтар В.Н.Крохмаль, Н.К.Крупская, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа һ.б. м‑н осраша. 1900—05 йй. һәм 1907—17 йй. эмиграцияла була. РСДРП‑ның 2‑се съезында (1903 й. июль—авг., Брюссель, Лондон) большевиктар фракцияһына етәкселек итә. Петроградтағы Окт. ҡораллы ихтилалы [ҡара: Революция (1917)] етәкселәренең береһе. 1917 й. окт. алып ХКС рәйесе, бер үк ваҡытта 1918 й. — РСФСР‑ҙың Хеҙмәт һәм Оборона Советы рәйесе. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм СССР ҮБК ағзаһы. 1919 й. 20 мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә, 1920 й. 19 майында “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС декретына ҡул ҡуя. БР‑ҙа торама пункттарға, пр‑тиеларға, учреждениеларға, урамдарға, парктарға, майҙандарға Л. исеме бирелгән. Өфөлә Ленин В.И. йорт-музейы, Ленин В.И.һәйкәле бар.
Әҙәб.: В.И.Ленин и Башкирия: док., материалы, воспоминания. 2‑е изд., доп. Уфа, 1974; Усманов Х.Ф., Узиков Ю.А., Павлюченков Г.Ф. Ленинские места в Башкирии. 2‑е изд. Уфа, 1982.
Ю.В.Калашников
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев