ЛУГИНИНДАР, завод хужалары
739
ЛУГИНИНДАР, завод хужалары. Тула сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе —Ларион Иванович Л., 1‑се гильдия сауҙагәре. 1769 й. Мосоловтарҙан Златоуст (Косотур) заводын, А.С.Строгановтан (ҡара: Строгановтар) Һатҡы заводын һатып ала. 3 тау сәнәғәте заводы (Ҡуҫа заводы, Мейәс заводы һәм Әртә заводы) төҙөй. Уның улы Максим Ларионович Л., сауҙагәр. Уның улдары: Иван Максимович Л., лейб-гвардия сержанты, капитан (1785), дворян (1792 й. алып); Николай Максимович Л., лейб-гвардия сержанты, капитан (1785), дворян (1792 й. алып); заводтарҙы мираҫҡа алалар, 1798—99 йй. дәүләткә һаталар.
Н.М.Ҡолбахтин
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: