Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле

Просмотров: 1106

ЛЯХОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Васильевич Л., капитан, Ырымбур пехота полкында хеҙмәт иткән. 1785 й. Ырымбур юғары земство суды заседателе. Уның улдары: Иван Петрович Л., Быҙаулыҡ өйәҙендә 293 алпауыт крәҫтиәне йәшәгән Петровка а. хужа була; Василий Петрович Л., поручик; Александр Петрович Л. (1771—?), поручик (1799), Ырымбур драгун полкында хеҙмәт иткән; Эпинет Петрович Л., коллегия асессоры. 1848 й. Өфө өйәҙендә, Силәбе өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә һәм Троицк өйәҙендә дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы. 1858 й. Петровка а. (ҡара: Ляхов) һәм Өфө өйәҙендә 3 мең дисәтинәнән ашыу ергә хужа була. Уның улы Владимир Эпинетович Л., поручик. 1870‑се йй. башында Бәләбәй өйәҙенең 1‑се участкаһында мировой аралашсы, һуңынан почётлы мировой судья. 1875—84 йй. һәм 1887—91 йй. Өфө губерна земство йыйылышы, 1875—81 йй. Өфө губерна земство башҡармаһы ағзаһы. Петровский шарап ҡыуыу заводына хужа булған (ҡара: Шарап ҡыуыу заводтары). Л. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә индерелгән. Генераль ыҙанлау б‑са нәҫел вәкилдәре Быҙаулыҡ өйәҙендә 12,5 мең дисәтинә ергә хужа булған.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019