Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙҠЫ БЕЙ

Просмотров: 1267

МАЙҠЫ БЕЙ, табын ҡәбиләһенең башлығы. Сыңғыҙханды бөйөк хан итеп һайлағанға тиклем уның шәхси һаҡсылары сафында хеҙмәт итә, һуңынан уның сардарҙарының береһе булып китә. Сыңғыҙхандың улы Жуси армияһы составында (яҡынса 1207 й.) Себерҙе һәм Ҡаҙағстанды яулап алыуҙа ҡатнаша. Был ерҙәрҙә улус ойошторолғандан һуң, Жуси табын ҡәбиләһе күпселекте тәшкил иткән эре этносәйәси берләшмәнең бейе булып китә. Шәжәрәгә ярашлы, М.б. йәйләүҙәре Яйыҡ йылғаһының үрге ағымынан Тубыл һәм Иртыш йылғаларына тиклем һуҙылған. “Сыңғыҙнамә”лә билдәләнеүенсә, М.б. Сыңғыҙхан м‑н (1219 й. йәйендә тип фараз ителә) осраша һәм унан тамға, оран, ырыу ағасы һәм ҡош ала.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019