Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРИЕВ Зыя Нурый улы

Просмотров: 1073

НУРИЕВ Зыя Нурый улы [21.3.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ласынтау а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 19.10. 2012, Мәскәү], совет партия-дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1933), ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1951) тамамлаған. 1938—40 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1933—38 йй. колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусыһы, Борай район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1940 й. алып Боҙаяҙ район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1942 й. — Подлуб МТС‑ының сәйәси бүлеге нач., 1943 й. — ВКП(б)‑ның Боҙаяҙ район ком‑ты секретары, 1944 й. — ВКП(б) Ҡыйғы район ком‑тының 1‑се секретары, 1945 й. — ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының а.х. бүлеге мөдире. 1951 й. башлап КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының ойоштороу бүлеге мөдире, секретары, 1955—59 йй. БАССР ЮС‑ы рәйесе, 1957—69 йй. КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. Республиканың соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. 1969 й. алып СССР‑ҙың әҙерләүҙәр министры, 1973—85 йй. СССР МС‑ы рәйесе урыбаҫары. СССР ЮС‑ы Президиумы ағзаһы (1954—69). СССР ЮС‑ының 4—11‑се, БАССР ЮС‑ының 4—7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1957, 1965, 1971, 1975, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1944), Салауат Юлаев (2005) орд. м‑н бүләкләнгән.

 Ә ҫ ә р ҙ.: От аула до Кремля: воспоминания и размышления. Уфа, 2000.  

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023