Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОРОБЬЁВ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 699

ВОРОБЬЁВ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 9 км һәм Нефтекама т. юл ст. Көнб. табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 442; 1939 — 324; 1959 — 281; 1989 — 160; 2002 — 130; 2010 — 214 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, китапхана бар. Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусында нигеҙ һалына, 1781 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 1‑се ярт. нигеҙ һалына) Воробьёвский яңы ауылы булараҡ билдәле. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. Шулай уҡ Воробьёвка, Клопово исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 112 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 28 йортта 175 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: