Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСКРЕСЕНКА, Йылайыр р-нындағы ауыл

Просмотров: 1421

ВОСКРЕСЕНКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Кесе Быҙаулыҡ й. (Быҙаулыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 879 кеше; 1920 — 1570; 1939 — 587; 1959 — 295; 1989 — 178; 2002 — 188; 2010 — 159 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Юлдыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Ҡыуат а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны) башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1900 й. Воскресенский утары булараҡ теркәлгән, ғибәҙәт йорто булған. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: