Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСТРЕЦОВ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 740

ВОСТРЕЦОВ, Борай р‑нындағы  ауыл, Вострецов а/с үҙәге; пристань.  Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм  Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан  100 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында  урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. —  578 кеше; 1920 — 768; 1939 — 747;  1959 — 425; 1989 — 446; 2002 —  440; 2010 — 330 кеше. Башҡорттарурыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс  мәктәп (Яңы Йәлдәк төп мәктәбе филиалы),  фельдшер‑акушерлыҡ пункты,  Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто  филиалы, китапхана бар.

Ауылға 1817—18 йй. Бөрө өйәҙе  Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба  ерҙәрендә Сарапул өйәҙенең удел  крәҫтиәндәре керҙәшлек килешеүе  б‑са Казанцев исеме м‑н нигеҙ һала.  1865 й. 72 йортта 445 кеше йәшәгән.  Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.  2 һыу тирмәне, 5 сауҙа  кибете булған. 1906 й. сиркәү (1891 й.  төҙөлгән), сиркәүмәхәллә мәктәбе,  2 тирмән, тимерлек, 1‑әр шарап, һыра  һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй, пароход  пристане теркәлгән. 1966 й. ошо  ауылда тыуған С.С.Вострецов хөрмәтенә  уның исеме бирелә.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019