Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЯҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 714

ВОЯҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл,  Вояҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм  Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км  алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы)  буйында урынлашҡан. Халҡы:  1920 й. — 620 кеше; 1939 — 586;  1959 — 514; 1989 — 368; 2002 — 440;  2010 — 395 кеше. Башҡорттар йәшәй  (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,  фельдшер‑акушерлыҡ пункты,  мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. Бөрө өйәҙе  Исәм(м)әт  (ҡара: Ахтиял), Көйөк (Иҫке Көйөк),  Ҡарман, Ҡом, Ҡыҙылъяр һәм  Үрҙәк аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә  нигеҙ һала. 1859 й. 17 йортта 115 кеше  йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.  Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров  Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: