Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЯЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 860

ВЯЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 136 кеше; 1959 — 85; 1989 — 105; 2002 — 116; 2010 — 144 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1920 й. һуң Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Самосадка а. кешеләре Вязовский утары булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 14 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: