Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘББӘС, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1252

ҒӘББӘС, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Кесе Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 156 кеше; 1920 — 189; 1939 — 184; 1959 — 132; 1989 — 141; 2002 — 164; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ғәббәс Ураҙаев исеме м‑н аталған. 1866 й. Әбүләйес (Ғ.) исеме м‑н теркәлгән, 17 йортта 71 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. М.Х.Ураҙаев, Р.С.Әхмәтова ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: