Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы

Просмотров: 1429

ҒӘБДРӘХИМОВ Камил Мәхмүт улы (6.2.1962, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ваныш‑Алпауыт а.), урмансылыҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. урмансылыҡ белгесе (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй: 2003 й. алып урман культуралары каф. мөдире, 2006 й. — ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы ф‑ты деканы, 2011 й. — тәбиғәтте рациональ файҙаланыу ин‑ты директоры. Фәнни хеҙмәттәре урманды файҙаланыу, урман тәрбиәләү эштәре, БР урмандарын тергеҙеү һәм уларҙың биол. төрлөлөгөн һаҡлау проблемаларына арналған. Ғ. урмандарҙы экологик продуктлылыҡ б‑са баһалау һәм төркөмләү ысулдарын, урмандарҙы барлау һәм ултыртылған урман һыҙаттарын файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр эшләй, улар БР‑ҙың урман хужалығында һәм ауыл хужалығында индерелгән. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Ландшафтная архитектура сельских населённых мест. Уфа, 2007 (авторҙ.); Леса и лесоводы Башкортостана. Уфа, 2010 (авторҙ.); Экологическая продуктивность насаждений г.Уфы. Уфа, 2011 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: