Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1163

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Батҡаҡлы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 498; 1939 — 265; 1959 — 295; 1989 — 330; 2002 — 347; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1812 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәбулат (Буранбай) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ғәҙелбай Ейәнғолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Әҙелбай, Шырмай (ауыл кешеләренең береһе Шырмай Ибраҡов исеменән) исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 69 йортта 413 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 1‑се Ғ., 1920 й. алып Үрге Ғ. (Шырмай) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. С.Ә.Галин ошо ауылда тыуған.

Р.Ф.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019