Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЛУМИЛИН, ауыл, Өфө составында

Просмотров: 1551

ГЛУМИЛИН, ауыл, 1932 й. алып Өфө составында. Ауылға 17 б. башында Ф.С.Тарбеевҡа (дворян Тарбеевтар нәҫеленән) Сутолока й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында бүләк итеп бирелгән ерҙәрҙә Фёдоровский (Тарбеевский) утары булараҡ нигеҙ һалына. 18 б. 2-се ярт. яңы хужа А.В.Коптеваның исеме м-н Анненково (Аннинский) ауылы тип атала башлай. 18 б. аҙ. титулярный советник В.Ф.Глумилинға ҡарай (ҡара: Глумилиндар), Сембер губ. крәҫтиәндәр күсереп ултыртыла (1796 й. 8 йортта 28 кеше), 19 б. 70-се йй. Я.П.Барсовҡа күсә. 1865 й. 30 йортта 111 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сәй, шарап, һыра һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. 1928 й. алып Башпромкомб-ттың Өфө үҙәк электр ст. төҙөлә башлағас (ҡара: Махсус ҡасабалар), ауыл үҫеш ала. Халҡы: 1906 й. – 173 кеше; 1920 – 543 кеше. 1932 й. Өфө р-нының Сипайлов а/с ҡарай, хәҙ. Өфөнөң Октябрь р‑ны эсендә. Е.Я.Цветкова ошо ауылда тыуған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: