Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИГОРЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

Просмотров: 677

ГРИГОРЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл, Ашҡаҙар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.-Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 215 кеше; 1920 – 248; 1939 – 350; 1959 – 155; 1989 – 65; 2002 – 106; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Өмөтбай а. (хәҙ. Стәрлебаш р‑ны) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1891 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Өфө губернаһынан, Тамбов һәм Һамар губерналарынан күсеп килеүселәр (1897 й. купчий ҡағыҙы төҙөлгән) Григорьевский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Григорьевский (Мәҡсүт) ҡасабаһында 34 йортта 236 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) мөгәзәй теркәлгән.

Ю.Әәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: