Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЛУҒАСТАР

Просмотров: 1265

ҠАРЛУҒАСТАР (Hirundinidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 20 заты, 80‑гә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР-ҙа 3 төрө: ауыл ҡарлуғасы, ҡала ҡарлуғасы, яр ҡарлуғасы бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—23 см, ауырлығы 11—25 г. Яр ҡарлуғасының арҡаһы ҡара көрән, ҡорһағы һәм түше аҡ, түшенән арҡыры көрән һыҙат үтә. Ҡала һәм ауыл ҡарлуғасының арҡаһы күк ялтырауыҡлы ҡара төҫтә, ҡорһағы аҡ; ауыл ҡарлуғасының ҡорһағы алһыу ерән ҡуныҡлы, маңлайы һәм тамағы каштан‑ҡыҙыл таплы һәм ҡара һыҙатлы. Суҡышы ҡыҫҡа, ауыҙы ҙур. Ҡанаты оҙон, осло. Ҡойроғо сәнске рәүешле, ауыл ҡарлуғасыныҡы — тәрән уйымлы. Аяғы ҡыҫҡа, ерҙә насар йөрөй. Моногам. Ҡаяла, ҡаралты стеналарында, мәмерйәлә парлап, төркөмләп, колониялар менән оялай; ояларын балсыҡтан яһай, үлән һәм төкөрөгө менән нығытып ҡуя. Яр ҡарлуғасы текә ярҙа соҡоған өңөндә йәшәй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 2—7 аҡ йомортҡа (ауыл ҡарлуғасыныҡы — һоро көрән төрткөлө) һалалар. Инә һәм ата ҡош 12—16 көн баҫа. Һауала тотҡан бөжәктәр менән туҡлана. БР‑ҙың бөтә территорияһында ла осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022