Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠҠОШТАР

Просмотров: 1102

АҠҠОШТАР (Cygninae), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһе. 6 төрө билдәле, Евразияла таралған. БР‑ҙа 3 төрө бар, күсәр ҡоштар (ҡаңғылдаҡ А. ҡайһы саҡта күсеп йөрөй). Кәүҙә оҙонлоғо 145—160 см (бәләкәй йәки тундра А. 115—127 см), ауырлығы 14,3 кг тиклем. Ата А. ҙурыраҡ. Ҡауырһын ҡапламы аҡ, муйыны оҙон, нәҙек (ышылдаҡ А. муйыны ҡалыныраҡ, S формаһында бөгөлгән). Ҡаңғылдаҡ А. һәм бәләкәй А. суҡышы ҡара, төбө һары. Ышылдаҡ А. суҡышы ҡыҙыл, төбө ҡара ороло (инә ҡошта бәләкәйерәк). Ҡанаттары оҙон, киң. Аяҡтары ҡыҫҡа. Моногам. Күрән йәки ҡамыш үҫкән ҙур күл, һаҙлыҡ ярында, йылға туғайында парлашып оя ҡоралар. Йылына бер тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 5—7 (12‑гә тиклем) аҡ йәки һарғылт, һорғолт (ышылдаҡ А. йәшкелтерәк) йомортҡа һала. Башлыса инә А. 31—40 көн баҫа. Үлән, һыуҙағы умыртҡаһыҙҙар, ваҡ балыҡ менән туҡлана. Ышылдаҡ А. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, ҡаңғылдаҡ А. Башҡортостандың Урал алдында осрай. Бәләкәй А. 1988 й. Шүлгәнташ ҡурсаулығында ҡоштар осоп ҡайтҡанда теркәлгән. Ҡаңғылдаҡ А. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, бәләкәй А. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022