Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАХАОН

Просмотров: 944

 

МАХАОН (Papilio machaon), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5—9 см, һары төҫтә, ситтәре ҡара ҡаймалы һәм һары уйымлы. Артҡы ҡанаттары зәңгәрһыу күк таптары булған ҡара таҫмалы, остарында берәр көрәнһыу ҡыҙыл тап һәм оҙон ҡара төҫтәге ҡойроҡ рәүешле үҫенте бар. Йомортҡалары һарғылт, ярымшар рәүешендә, ҡыҙғылт көрән осло, сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япраҡтарына һала. Ҡарышлауығы йәшел төҫтә, эре, һәр бер сегментында ике арҡыры ҡара һыҙат бар, уларҙың киңерәге 6—8 ҡыҙыл таплы; башының артҡы яғында ҡуҙғалғанда үҙенсәлекле еҫ сығара торған эскә батҡан муҡса һымаҡ 2 биҙ урынлашҡан. Үҫемлектәрҙә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары йәшел йәки көрән төҫтә, ваҡ ҡара төрткөлө. БР шарттарында бер йыл эсендә 2 быуынға тиклем үҫә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәр яҙын сыға, көндөҙ әүҙемдәр, сәскә нектары, ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре менән туҡлана. БР‑ҙың дала, урман һәм урман-дала зоналарында йәшәй.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022