Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМРО МЕГАХИЛА

Просмотров: 929

 

ЙОМРО МЕГАХИЛА (Megachile rotundata), яры ҡанатлылар отрядының япраҡ ҡырҡыусы ҡорттар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙәһе ҡара төҫтә, оҙонлоғо 7—10 мм (ата бөжәктәр вағыраҡ). Башы бәләкәй, аҡ (ата бөжәктә һары) төклө. Томшоғо оҙон, төбөнә табан өҫкө ирене киңәйә. Ҡорһағының 1—5‑се сегменттары тар аҡ таҫмалы, 2—6‑сы сегменттары ҡыҫҡа ҡара төклө. Инә бөжәктең ҡорһағының аҫҡы яғында һеркә йыйыу өсөн ҡуйы аҡ төктәрҙән торған “щётка” бар. Аяғы аҙ төклө. Ояһын япраҡтарҙың (йышыраҡ люцернаның) ҡырҡылған өлөштәренән үҫемлек һабаҡтарында, бүрәнә ҡыуышлыҡтарында, бина ярыҡтарында, таш аҫтарында төҙөй; ояның күҙәнәктәренә нектар һәм һеркә, шунда уҡ 50‑гә яҡын йомортҡа һала. Балағорттары ҡуҙыла ҡурсаҡлана. БР шарттарында бер йылда 1 быуын үҫә. Балағорттары ҡышлай. Йәш ҡорттар июнь уртаһында сыға. Көндөҙ әүҙемдәр. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең нектары менән туҡланалар. Люцернаның төп һеркәләндереүсеһе. Аҙ һанлы төр, республиканың дала, урман һәм урман‑дала зоналарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022