Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА

Просмотров: 830

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА (Melitturga clavicornis), яры ҡанатлылар отрядының андренидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә (Көньяҡ Европанан алып Монголияға тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,3—1,5 см, ҡара төҫтә, ҡыҫҡа һорғолт‑һары төҫтәге төктәр менән ҡапланған. Башы ҡыҫҡа мыйыҡтар менән, инә бөжәктеке квадрат формаһында тиерлек, ата ҡорттоҡо — йомро. Ҡорһағы цилиндр формаһында. Ҡанаттары һары‑көрән. Ҙур булмаған колониялар менән ер аҫтындағы тәрән булмаған өңдәрҙә йәшәй, уның стеналарын тығыҙлай һәм төкөрөгө менән сылатып ҡуя; бала сығарыу күҙәнәктәрен ебәк рәүешле бүлендектәр менән ҡаплай. Йомортҡаларын аҙаҡтан балағорт туҡлана торған тат һәм һеркә төйөрсөгөнә һала. Респ. шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Балағорттары ҡышлай. Йәш ҡорттар май аҙағында—июндә сыға. Көндөҙ әүҙем. Ҡуҙаҡлылар (люцернаның төп һеркәләндереүсеһе), астра һымаҡтар, ирен сәскә һымаҡтар таты менән туҡлана. Аҙ һанлы төр, далала, болондарҙа, БР‑ҙың дала, урман‑дала һәм урман зоналарының урман ситтәрендә осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022