Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР

Просмотров: 1288

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР, йәнлектәр (Mammalia), умыртҡалылар класы. Ярым кластарға бүләләр: тәү йәнлектәр һәм ысын йәнлектәр. Яҡынса 20 отряды, 4500‑нән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 6 отрядтан (кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк ашаусылар, ҡуш тояҡлылар, ярғанаттар һәм йыртҡыстар) 83 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 4 см алып бер нисә метрға тиклем, йөн м‑н ҡапланған, тиреһе төрлө үҫентеләр (тырнаҡ, тояҡ, мөгөҙ һ.б.) һәм биҙҙәрҙән (һөт, еҫ, тир, май һ.б.) тора. Башы ҙур, муйыны хәрәкәтсән, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән, күҙ аккомодацияһы күҙ яҫмығының күсеүе аша башҡарыла. Күпселек И. тышҡы ҡолағы яҡшы үҫешкән, урта ҡолаҡта 3 ишетеү һөйәге бар. Ҡайһы бер төрҙәр (мәҫ., ярғанаттар) ультратауышлы эхолокация ярҙамында ориентирлаша. Ирене үҫешкән, аҫҡы яңағы теш һөйәгенән тора. Теше альвеолаларҙа урынлашҡан, ҡырҡҡыс, ҡаҙыҡ һәм аҙау тештәре бар. Умыртҡаһы муйын, күкрәк, бил, һигеҙгүҙ, ҡойроҡ бүлектәренән тора. Һөлдәһендә кимерсәкле туҡыма күп; баш һөйәге умыртҡа м‑н 2 соңҡа байырсаһы ярҙамында хәрәкәтсән ялғанған. Күпселек И. аяғы биш бармаҡлы. Кәүҙә ҡыуышлығы диафрагма м‑н күкрәк һәм ҡорһаҡ бүлектәренә бүленгән. Аш һеңдереү юлы оҙон, күпселек төрҙәрҙең ашҡаҙаны 1 камералы. Эсәклеге нәҙек, йыуан, тура һәм һуҡыр эсәктәрҙән тора. Альвеоляр төҙөлөшлө үпкә аша тын ала. Йөрәге 4 камералы, һул дуғалы аорта м‑н. Бөйөрө метанефрик, бәүел ҡыуығы бар; метаболизмдың төп продукты — мочевина. Баш мейеһе ҙур, алғы мейе ярымшарында мейе ҡабығын тәшкил иткән һоро матдә ҡатламы (неопаллиум) бар. Тәм һиҙеү, еҫ һиҙеү, тойоу, ишетеү ағзалары яҡшы үҫешкән. И. – парлы енси биҙҙәре булған һәм эске аталандырыулы айырым енесле хайуандар, күпселеге тере бала тыуҙыра. Балалары яралғы плацента аша бәйләнгән аналыҡ эсендә үҫешә (муҡсалыларҙа плацента башланғыс хәлдә, бер арт юллыларҙа юҡ). Тоҡомо тураһында хәстәрлек күрә: балаларына һөт имеҙә, уларҙы һаҡлай һәм өйрәтә, оя ҡора. Йылы ҡанлы хайуандар. Уңайһыҙ шарттарҙа ҡайһы бер төрҙәре ҡышҡы йоҡоға (һыуырҙар, йомрандар) йәки оҙайлы йоҡоға (һоро айыу) тала, миҙгелле миграциялар яһай (ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар). Хайуандар һәм үҫемлектәр м‑н туҡлана. Ер өҫтө, ер аҫты, һыу һәм һыу яны хайуандары. И. – экосистемаларҙың мөһим компоненты. И. күп йорт, лаборатор һәм һунар йәнлектәре, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр инә. Ҡайһы бер төрҙәре ауыл хужалығына зыян килтерә, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы таратыусы булып тора. И. 18 төрө (шымаморондар, марал, ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, йофар ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Маматов

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019