Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МНЕМОЗИНА

Просмотров: 940

 

МНЕМОЗИНА, ҡара аполлон (Parnassius mnemosyne), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5 см тиклем, ҡара һүрәтле аҡ төҫтә. Алғы ҡанаттарында 2 ҡара тап бар, сите һорғолт төҫтәге киң таҫмалы, артҡыларының сите эс яҡтан ҡара. Йомортҡалары ярымшар рәүешле, аҡ йәки аҡһыл көрән төҫтә, үҫемлектәрҙең яҙ йондоҙо төрҙәренә һала. Ҡарышлауыҡтары 4,2—4,5 см, ҡара йәки һорғолт‑ҡара төҫтә, ҡыҫҡа ҡара төктәр менән ҡапланған; кәүҙәһенең 2‑се һәм 3‑сө сегменттарының ян‑яҡтарында 4‑әр, ҡалғандарында 2‑шәр ерән‑ҡыҙыл йәки ерән һары төҫтәге тап бар. Ерҙә, ғәҙәттә ҡурсаҡ көбө эсендә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары ҡуйы көрән төҫтә, аҡ ҡуныҡ меннән. БР шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Күбәләктәрҙең осоп сығыу ваҡыты май аҙағынан июль уртаһына тиклем, көндөҙ әүҙемдәр. Сәскәләрҙең нектары менән, ҡарышлауыҡтары — үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре менән туҡлана. БР‑ҙың үҙәк һәм көньяҡ райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022