Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨСӨГӘН

Просмотров: 960

КӨСӨГӘН (Aquila heliaca), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ-Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 72—84 см, ауырлығы 2,4—4,5 кг, ҡанатының ҡоласы 180—215 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл, арҡаһында аҡ таптар бар. Башы һарғылт ерән, аҡһыл, суҡышы ырғаҡ рәүешле, ҡара төҫтә. Ҡанаты яҫы, оҙон. Ҡойроғо көрән, ҡыҫҡа, осонда киң ҡара һыҙатлы. Аяғы һары төҫтә. Моногам. Ояһын (диаметры 1 м яҡын) ағас башында ботаҡтарҙан төҙөй, үлән, ҡағыҙ, йөн, ҡоро тиҙәк түшәй. 1—3, йышыраҡ 2 һорғолт һәм көрәнһыу таплы аҡ йомортҡа һала. Ике ҡош та, башлыса инә ҡош яҡынса 43 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Имеҙеүселәр (ирлән, йомран, ҡуян, ҡыр сысҡаны һ.б.), ҡоштар (ағуна, аҡсарлаҡ, ваҡ турғай һымаҡтар, көйөлдө, өйрәк), һөйрәлеүселәр, бөжәктәр менән туҡлана. Асыҡ урындар янындағы урмандарҙа (һыубаҫар һәм утрау), далала тереклек итә. БР‑ҙа һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә һәм Башҡортостандың Урал алдында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022