Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРМЫҪҠАЛАР

Просмотров: 1206

 

ҠЫРМЫҪҠАЛАР (Formicidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 9 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа Ҡ. 30‑ға яҡын төрө (болон, бәләкәй урман, нескә башлы һ.б.) бар. Ҡ. — йәмәғәтсел бөжәктәр, ғаиләләре ҡанатлы инә һәм ата, бер йәки бер нисә йомортҡа һалыусы ҡанатһыҙ инә (“батшабикә”) һәм эшсе (“касталарға” берләшкән, билдәле бер функция башҡарыусы, оҙонлоғо 0,8—30 мм булған, енси ағзалары үҫешеп етмәгән ваҡ инә бөжәктәр) Ҡ. тора. Төҫө ҡыҙғылт көрән, ҡара. Ҡорһағы күкрәге менән 1—2 сегменттан торған нескә хәрәкәтсән һап ярҙамында тоташҡан; инә һәм эшсе бөжәктәрҙең ҡаяуы (үҙгәргән күкәй һалғыс) һәм ағыу биҙҙәре (ҡырмыҫҡа кислотаһы бүлеп сығаралар) бар. Башы ҙур, мыйығы нескә, бөгөмлө, яңағы яҡшы үҫешкән. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Аяҡ табаны 5 быуынтыҡлы. Ҡанаты һирәк тамырсыҡлы, үтә күренмәле. Ерҙә, серек үҙағаста, таш аҫтарында ҡоро ботаҡтарҙан, ылыҫтан, ҡабыҡ киҫәктәренән яһалған ояларҙа (бер нисә камеранан һәм юлдарҙан тора) йәшәй. Ҡушылғандан һуң ата Ҡ. үлә, инә Ҡ. ҡанатын юғалта һәм яңы оя төҙөй. Балағорттары аҡ төҫтә, аяҡһыҙ. Оя камераларында ҡурсаҡланалар; ҡурсаҡтары ҡуҙыла үҫешә. БР шарттарында бер йыл эсендә бер нисә быуын үҫә. Ояларында ҡышлай. Башлыса көндөҙ әүҙем. Эшсе Ҡ. сәскә нектары, үҫемлек емештәре, орлоҡтары, бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, үлән беттәре экскременттары (татлыҡай) менән, инә Ҡ. һәм балағорттар, эшсе Ҡ. шайыҡ биҙҙәре бүлендектәре менән туҡлана. Урманда, далала, болонда йәшәй. Ҡ. — экосистемаларҙың аҙыҡ сылбырҙарында мөһим быуын, тупраҡ яһауҙа ҡатнашалар, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итәләр; инженер коммуникацияларын, ҡаралтыларҙы зарарлайҙар. Ҡ. тешләүе кешелә һәм хайуандарҙа ауыртыу тыуҙыра.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022