Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕБЕН ТУРҒАЙҘАРЫ

Просмотров: 1992

СЕБЕН ТУРҒАЙҘАРЫ (Muscicapidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 82 заты, 328‑гә яҡын төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 11—18 см, ауырлығы 8—25 г. Ата ала себен турғайының арҡаһы һәм түбәһе ҡара төҫтә, ҡорһағы аҡ. Ҡанаты ҙур аҡ таплы ҡара көрән төҫтә. Инә ҡош асығыраҡ төҫтә. Муйнаҡ себен турғайы ала себен турғайынан арҡаһының асығыраҡ төҫтә булыуы һәм муйынын уратып алған аҡ һыҙат менән айырылып тора. Ата ваҡ себен турғайының арҡаһы һорғолт көрән төҫтә, башы көлһыу һоро, тамағы, боғағы һәм күкрәгенең өҫкө өлөшө ҡыҙғылт һары, ҡорһағы ян‑яҡтан һары ҡуныҡ менән аҡ төҫтә, ҡойроғо ҡара көрән, ике аҡ таплы. Инә ҡоштоң арҡаһы көрәнһыу һоро төҫтә, ҡорһағы бысраҡ аҡ. Һоро себен турғайының арҡаһы көрәнһыу һоро, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә. С.т. суҡышы киң, уның төбөндә һәм ауыҙ ситтәрендә төктәр бар. Аяҡтары нескә бармаҡлы. Моногам. Парлап ағас баштарында, ҡаралтыларҙа, ҡая ярыҡтарында оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ғәҙәттә 4—9 йәшкелт зәңгәр төҫтәге йомортҡа (ваҡ һәм һоро себен турғайҙарының һары көрән төҫтәге таптар һәм төрткөләр менән) бар. Инә ҡош 12—15 көн баҫа. Бөжәк, еләк, үҫемлектәрҙең орлоҡтары менән туҡлана. БР‑ҙың бөтә территорияһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.11.2022