Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ

Просмотров: 1031

 

ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ, ҡаты ҡанатлылар отрядының ҡыбырҙауыҡтар ғаиләһенең Tenebrio һәм Tribolium затына ҡараған төрҙәре. Бер нисә мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө, ш. иҫ. оло (ҡырҡыу насар еҫле) һәм бәләкәй О.ҡ., бар. Кәүҙәһе оҙонса, оло О.ҡ. (оҙонлоғо 12—16 мм) ҡара йәки һоро төҫтә (кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө һәм аяҡтары ҡыҙғылт көрән төҫтә), бәләкәй О.ҡ. (оҙонлоғо 3—4 мм) ҡыҙыл‑ерән төҫтә. Мыйыҡтары 11 быуынтыҡлы. Аяҡтары йөрөүсән, алда һәм уртала 5 быуынтыҡлы, артта — 4 быуынтыҡлы аяҡтары бар. О.ҡ. йомортҡалары аҡ төҫтә, уларҙы үҙҙәре туҡланған субстратҡа (он, ярмалар, макарон изделиелары һ.б.) һалалар. Балағорттары (“он селәүсене”) оҙон, цилиндр формаһында, хитин менән ҡапланған, аяҡтары һәм яңаҡтары үҫешкән, аҡ, аҙаҡ асыҡ һары төҫтә. Балағорттары 15 һәм унан артығыраҡ ҡау һала. Субстратта йәки ҡаралтыларҙың ярыҡтарында ҡурсаҡлана. БР шарттарында йылына бер нисә быуын тоҡом бирә. Аҙыҡ‑түлек запастарының ҡурҡыныс ҡоротҡостары, складтарҙа, иген һаҡлағыстарҙа, торлаҡтарҙа, һирәк осраҡта тупраҡта һәм сереүсе үҙағаста тереклек итә. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Бөтә ерҙә таралған.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022