Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫСҠАНДАР

Просмотров: 810

СЫСҠАНДАР (Muridae), кимереүселәр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 4 заттан (өй сысҡандары, урман һәм баҫыу сысҡандары, ваҡ сысҡандар, ғәҙәти ҡомаҡтар) 6 төрө бар. Кәүҙәһе төҙ, муйын билтәге айырылып тора, оҙонлоғо 7‑нән алып (ваҡ сысҡан) 27 см тиклем (һоро ҡомаҡ), ауырлығы 10‑дан алып 570 г тиклем. Ҡыҫҡа, бер төрлө йәки шырт һәм йомшаҡ йөн м‑н ҡапланған. Төҫө һоронан алып көрәнгә тиклем, ҡайһы берҙә арҡаһында көрән буй һыҙат була. Күҙе һәм ҡолағы бәләкәй. Томшоғо оҙонса, осло йәки тупаҡ. Артҡы аяғы алғыһына ҡарағанда бер аҙ оҙонораҡ, табаны, ғәҙәттә, оҙон, тар. Ҡойроғо оҙон (6,5–22 см), кәүҙә оҙонлоғона тигеҙ йәки унан оҙонораҡ, яланғас йәки аҙ йөнлө. Полигам. Яҙғы‑йәйге быуын енси яҡтан – 2–3 айҙа, көҙгөһө 8–9 айҙа өлгөрә. Йылына 2–4 тапҡыр, һирәгерәк 8–10 тапҡыр 3–6 (15‑кә тиклем) бала тыуҙыра. 1,5–2 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә йәки эңерҙә һәм төндә әүҙем. С. орлоҡ, емеш, һирәгерәк бөжәктәр һәм үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре м‑н туҡлана; һоро ҡомаҡ бөтә нәмәне лә ашай. Урманда (һарытамаҡ сысҡан, ваҡ урман сысҡаны), болонда, баҫыуҙа, ҡалдауҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа (баҫыу сысҡаны, ваҡ сысҡан) йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Амбар ҡоротҡостары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, инфекцион ауырыу (ҡотороу ауырыуы, талпан энцефалиты, тағун һ.б.) таратыусылар. С. м‑н йыртҡыс ҡоштар һәм имеҙеүселәр туҡлана. Аҡ ҡомаҡтарҙы һәм сысҡандарҙы лаб. хайуандары сифатында үрсетәләр.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019