Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠ СЫСҠАНДАР

Просмотров: 966

ВАҠ СЫСҠАНДАР (Sicista), кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты. 14 төрө билдәле. БР-ҙа урман В.с. һәм дала В.с. тереклек итә. Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә. Башы осло моронло, күҙе бәләкәй, ҡолағы овал, ҡара‑көрән йәки ҡара‑ҡуңыр, ситтәренән һарғылт ҡаймалы. Артҡы аяғы алғыһынан 2 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ. Ҡойроғо 8,5—10 см, эләктереүсән, ҡыҫҡа ҡаты төк м-н ҡапланған. Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә, йылына 1 тапҡыр 4—6 бала тыуҙыра. 2—3 йыл йәшәй. Эңерҙә, төндә, көҙ аҙ. ш. уҡ көндөҙ ҙә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Бөжәк һәм уның балағорттары, үрмәксе һымаҡтар һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектең сәскәһе, емеше һәм орлоғо м-н туҡлана. Урман В.с. ағас тамыры араһындағы бушлыҡта, ағас ҡыуышында, серегән ағас төбөндә йәшәй, ҡайһы берҙә тупраҡта ҡыҫҡа өңдәр ҡаҙый; дала зонаһынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында һыубаҫар әрәмәлегендә, урман һыҙатында осрай; дала В.с. — ваҡ кимереүселәрҙең ташландыҡ өңдәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында һәм болондарында тереклек итә. В.с. инфекцион ауырыуҙарҙы (талпан энцефалиты, туляремия һ.б.) таратыусы.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019