Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОҢҠАР, ҡош

Просмотров: 889

ШОҢҠАР, ә т ә л г е (Falco rusticolus), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—63 см, ата Ш. ауырлығы 0,8—1,3 кг, инә ҡоштарҙың — 1,4—2,1 кг, ҡанат йәйеме 126—160 см. Ҡауырһыны ҡара (һирәк осраҡта ҡара таптар менән сыбарланған аҡһыл) төҫтә, түшендә, ҡорһағында буйға һуҙылған ҡара‑сыбар таптар, ян‑яғында эре арҡыры һыҙыҡтар бар. Башы ҙур, йомро. Суҡышы ырғаҡҡа оҡшаған. Ҡанаттары киң, остары бер аҙ тупаҡланған. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас: инә ҡош эрерәк һәм ҡарараҡ. Моногам. Ш. ҡоҙғондарҙың, йыртҡыс ҡоштарҙың (диңгеҙ бөркөтө, сүсәнде) ағастарҙағы, геодезия вышкаларындағы, йылға буйы ҡаяларындағы иҫке ояларын биләй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ҡуйы ҡыҙыл кирбес төҫөндәге төрткөләр булған тоноҡ аҡ 2—4 йомортҡа була. Инә ҡош 28—29 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Имеҙеүселәр (ҡуяндар, ҡыр сысҡандары, леммингтар), ҡоштар (ағуналар, аҡсарлаҡтар, көйөлдөләр, өйрәктәр), ш. иҫ. эре ҡоштар (ҡаҙҙар, торналар), менән туҡлана. Тундрала, урманлы тундраның һирәк урмандарында, ҡаялы тауҙарҙа, һирәкләп далаларҙа йәшәй. БР‑ҙа көҙгө‑ҡышҡы күсештәре ваҡытында Бәләбәй, Өфө, Шишмә райондарында, Башҡорт ҡурсаулығында осрай. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2023