Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЙҘАҠТАР

Просмотров: 1054

ЯЙҘАҠТАР, ысын яйҙаҡтар (Ichneumonidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 60 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа амблител, крипт, офион, пимпла һ.б. заттарға ҡараған бер нисә тиҫтә төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 0,4—5 см, ҡара йәки һары‑ерән төҫтә, башында һәм күкрәгендә һары биҙәк бар; ҡорһағы оҙонса (һабаҡса рәүешендә), ҡайһы ваҡытта ултырма тиерлек. Башы киң, күҙҙәре ҙур. Мыйыҡтары оҙон, тура. Ҡанаттары үтә күренмәле, һиҙелеп торған тамырсыҡтар була (инә Я. ҡайһы саҡта ҡанатһыҙ). Йомортҡа һалғысы ҡыҫҡа йәки оҙон, ҡаяуы һәм ағыу биҙҙәре бар. Ҡорбанын (ике ҡанатлыларҙың, күбәләктәрҙең, үрмәксе һымаҡтарҙың һ.б. ҡарышлауыҡтары, ҡурсаҡтары йәки имагоһы) көсһөҙләндергәндән һуң инә Я. хужа хайуандың кәүҙәһенә (йәки эсенә) йомортҡа һала. Ҡарышлауыҡтары аяҡһыҙ, үҫешкән яңаҡлы селәүсенгә оҡшаш, тышҡы йәки эске паразиттар булараҡ үҫешә. Я. ҡарышлауыҡтары ҡорбандың эсендә ҡурсаҡҡа әйләнә, ҡайһы бер төрҙәрҙә улар кәүҙә көбөн кимереп тышҡа сыға. Ҡуҙыла ҡурсаҡлана. БР шарттарында бер йыл эсендә бер нисә быуын үҫешә. Оло Я. ғәҙәтә ағас ҡабығы ярыҡтарында, ҡойолған үҫемлектәр араһында ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре төндә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары хужаның эске ағзалары, оло заттары сәскә таты менән туҡлана (ҡайһы бер Я. туҡланмай). Баҡсаларҙа, баҫыуҙарҙа, болондарҙа, урмандарҙа йәшәй. Я. ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022