Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨЖӘК АШАУСЫЛАР (Insectivora)

Просмотров: 948

БӨЖӘК АШАУСЫЛАР (Insectivora), имеҙеүселәр отряды. 10 ғаиләһе, яҡынса 400 төрө, БР‑ҙа 4 ғаиләгә ҡараған 10 төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 3,5‑тән (ваҡ туғырлама) 31 см тиклем (терпе), ауырлығы 70‑тән 800 г тиклем, тигеҙ, ҡуйы, ҡыҫҡа көрән, ҡуңыр, һоро, ҡыҙғылт һары йөнлө, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә (йофарҙар, ер тишкестәр, һуҡыр сысҡандар), терпеләрҙә — энәле. Тире биҙҙәре яҡшы беленә, ҡайһы бер төрҙәрҙә еҫле секрет бүлеп сығара. Күпселек Б.а. башы шына һымаҡ осло, танауы томшоҡ һымаҡ оҙонса. Күҙе һәм ҡолағы бәләкәй, күреү һәләте насар, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте яҡшы. Тештәре аҙ айырыла, ер тишкестәрҙең ҡырҡҡыс тештәре, һуҡыр сысҡандарҙың ҡаҙыҡ тештәре ҙур. Ҡаҙыусы Б.а. (һуҡыр сысҡан) алғы аяғы яҡшы үҫешкән, йөҙөүселәрҙең (йофар) — артҡы. Ҡойроғо оҙон. Енси яҡтан 6 айҙа йәки 2 йылда өлгөрә. Йылына 1—3 тапҡыр 10, ҡайһы ваҡыт 14‑кә тиклем бала тыуҙыра. Ваҡ Б.а. 14—16 ай йәшәй, эреләре — 6 йылға тиклем. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Терпеләр ҡышын йоҡоға тала. Башлыса умыртҡаһыҙҙар, һирәгерәк үҫемлек емеше һәм орлоғо м‑н туҡлана. Күпселек төрҙәре урманда, болонда, һыу буйында (йофар, ҡара шәшке), далала (ҡолаҡлы терпе) йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Б.а. зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә, йофар, һуҡыр сысҡан — ҡиммәтле тиреле йәнлек. Талпандарҙың аралыҡ хужалары. Ҡолаҡлы терпе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, йофар БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019