Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘКҮКТӘР

Просмотров: 775

КӘКҮКТӘР, к ә к ү к һ ы м а ҡ т а р (Cuculiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, 146 төрө билдәле, башлыса ултыраҡ ҡоштар. БР‑ҙа кәкүктәр ғаиләһенә ҡараған 2 төрө бар, башлыса күсәр ҡоштар. Һаҡау К. кәүҙә оҙонлоғо 30—32 см, ауырлығы 70—150 г, ябай К. ярашлы рәүештә — 32—34 см, 80—190 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, тәненә һылашып тора, мамығы насар үҫешкән. Төҫө һоро, көрән, түше һәм ҡорһағы аҡ, һоро төҫтәге киң арҡыры буйҙары бар. Суҡышы аҫҡа табан бер аҙ бөгөлгән. Күпселек төрҙәрҙең ҡанаты оҙон, осло. Ябай К. аҡ төҫтәге өҫкө япма ҡауырһындарының осонда асыҡ арҡыры һыҙаттар бар (һаҡау К. юҡ). Ҡойроғо оҙон, киртләсле, тура йәки түңәрәкләнеп бөтә. Аяғы дүрт бармаҡлы, 4‑се бармағы артҡа бөгөлә ала, табан һөйәге ҡыҫҡа, ҡауырһынһыҙ ерҙәре ҡалҡансыҡтар менән ҡапланған. Енси диморфизм аҙ беленә, ҡайһы берҙә ата ҡош эрерәк. К. күпселек төрҙәре моногам, БР‑ҙа тереклек итеүсе К. — полигам. Оя ҡормай, йомортҡаһын турғай һымаҡтарҙың ояһына һалып китә. Ғәҙәттә 12 йомортҡа һала. Башлыса бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары һәм башҡа умыртҡаһыҙҙар, ҡайһы берҙә ҡош балалары һәм йомортҡалары, ваҡ имеҙеүселәр, һөйрәлеүселәр менән туҡлана. Урманда, парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. Бөтә республика буйлап таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022