Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ

Просмотров: 842

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ (Haemаtopus ostralegus), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Бөтә континенттарҙа ла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—46 см, ауырлығы 400—600 г, ҡанатының ҡоласы 80—86 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаралы‑аҡлы (ҡорһағы аҡ төҫтә). Суҡышы ҡыҙыл, оҙон һәм тура, ян‑яҡтары ҡыҫылған. Күҙ эргәһендәге ҡулсаһы көрән йәки ҡыҙғылт көрән төҫтә. Аяғы ҡыҫҡа, өс бармаҡлы, ал төҫтә. Моногам. Уйындары яҙ көнө ерҙә һәм осошта була. Ояһы — үлән, ваҡ таш, ҡабырсаҡтар түшәлгән һай соҡор. 3—4 ҡара төрткөлө һәм таплы балауыҙ һары йәки һорғолт һары төҫтәге йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 23—27 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса моллюскылар, шулай уҡ бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, һыу бөрсәләре, ваҡ балыҡтар менән туҡлана. Тигеҙлек йылғаларының, күлдәренең ҡомло һәм ташлы ярҙарында оялай. БР‑ҙа Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдыҡтарының (Еҙем, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Тере Танып), Ҡариҙел (Әй, Йүрүҙән), Таналыҡ (Ташлы), Һаҡмар (Ҡаҫмарт, Оло Эйек) йй. һыубаҫар туғайҙарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022