Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ҺАРЫ

Просмотров: 737

ЯЛАН ҺАРЫ (Buteo rufinus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала, Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—64 см, ауырлығы 1,0—1,8 кг, ҡанат йәйеме 126—155 см. Ҡауырһыны асыҡ ерән төҫтә, башы һәм түше тоноҡ һары, ҡорһағының ян‑яғында көрән таптар була. Ҡанаттары киң, оҙон, остары ҡара. Ҡойроғо аҡһыл. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар ата ҡоштарҙан ҙурыраҡ. Моногам. Ояһын (диаметры 1 м тиклем) ағастарҙа, ҡаяларҙа ҡыуаҡлыҡ ботаҡтарынан, үләндәрҙең ҡаты һабаҡтарынан, таяҡтарҙан яһай, ҡоро үлән, ҡыяҡлылар кәҫе, ҡағыҙ, сепрәк, йөн түшәй. Ояла көрән һәм һоро таплы һорғолт буҙ‑аҡ төҫтәге 2—5 йомортҡа була. Инә ҡош яҡынса 35 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Ҡоштар, бөжәктәр, имеҙеүселәр (йомрандар, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары, терпеләр һ.б.), кеҫәрткеләр, йыландар, гөбөргәйелдәр менән туҡлана. Далаларҙа, ҡаялы тауҙарҙа йәшәй. БР‑ҙа Баймаҡ, Белорет, Дүртөйлө, Краснокама, Әбйәлил райондарында осрай. РФ‑тың һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл ­китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж.  Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022