Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘШКЕЛӘР

Просмотров: 799

ШӘШКЕЛӘР, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. 2 төрө билдәле: европа Ш. Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш Себерҙә, америка Ш. Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ике төрө лә йәшәй (америка Ш. климатҡа яраҡлашҡан). Кәүҙәһе һуҙылған, тар, һығылмалы; европа Ш. оҙонлоғо 45 см, ауырлығы 800 г тиклем, америка Ш. ошоға ярашлы 54 см һәм 1,5 кг тиклем; инә Ш. вағыраҡ. Йөнө ялтыр, ҡыҫҡа, тығыҙ, ҡара‑көрән төҫтә, ҡуйы мамыҡлы. Европа Ш. морон осон­да, эйәгендә, ирендәрендә, америка Ш. ш. уҡ тамағында һәм ҡорһағында аҡ таптар була, өҫкө иренендә булмай. Башы ҙур түгел, мороно ҡыҫҡа, ҡолаҡтары йомро. Аяҡтары ҡыҫҡа, биш бармаҡлы, тырнаҡтары осло. Ҡойроғоноң оҙонлоғо 25 см тиклем. Полигамдар. Енси яҡтан йәшәүенең 1‑се йылына өлгөрә. Быуаҙлығы 35—42 көн (америка Ш. 76 көнгә тиклем) дау­ам итә. Йылына 1 тапҡыр һуҡыр, тешһеҙ, ишетеү юлдары ябыҡ булған 1—7 (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем) бала тыуҙыра. 8 йылға тиклем йәшәй. Ярым һыу хайуандары. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Кимереүселәр, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, тәлмәрйендәр, балыҡтар, һыу умыртҡаһыҙҙары, үҫемлек емештәре м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарының үҫемлектәр ҡаплаған ярҙарында осрай; тамырҙар араһында, яр аҫтарында яһаған өңдәрҙә йәшәй йәки башҡа хайуандарҙың өңдәрен биләй.

Респ. бөтә терр‑яһында (европа Ш. күбеһенсә Башҡортостандың Урал алдында) таралған. Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, америка Ш. — һунар һәм йәнлекселек объекты, европа Ш. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019