Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМӘҒӘТСЕЛ БӨЖӘКТӘР

Просмотров: 1170

ЙӘМӘҒӘТСЕЛ БӨЖӘКТӘР, репродуктив һәм эшсе заттарҙан торған даими (миҙгелле йәки күп йыллыҡ) ғаиләләр төҙөүсе бөжәктәр. Башҡортостанда Й.б. бал ҡорттары, иңкештәр, ҡырмыҫҡалар һәм һағыҙаҡтар йәшәй. Й.б. функцияларҙы заттарҙың төрлө физиологик үҙенсәлеге һәм айырым төркөм (“каста”) төҙөлөшөндәге айырмалығына бәйле бүлеү хас. Йомортҡа һалыусы инә зат (инә бөжәк, йәки “батшабикә”), аталандырыу функцияһын үтәүсе ата заттар (бал ҡорттарында — әреғорт) һәм аҙыҡ йыйыусы, оя яһаусы, инә затты һәм балағорттарҙы ҡараусы эшсе ҡорттар (үҫешеп етмәгән енси ағзалы инә заттар) булған колониялар (ғаиләләр) менән ояларҙа йәшәйҙәр. Ғаилә ағзаларының үҙ‑ара аралашыуы химик сигналдар (гормондар, феромондар һ.б.), ҡатмарлы ҡылыҡтар (“бал ҡорттары бейеүе”) һ.б. ярҙамында көйләнә. Урманда, уның ситендә, далала, болонда йәшәйҙәр, БР‑ҙың бөтә территорияһында таралғандар. Й.б. экосистемалағы аҙыҡ сылбырының мөһим быуыны, ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итәләр, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерәләр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеш, башҡорт бал ҡорто, оҫта ҡорт; әрмән иңкеше шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж.Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022